9 декабрь, Йома

02 сентябрь 2014 йыл, 16:50

Баш ҡалала иң яҡшы шәжәрә төҙөүселәрҙе асыҡланылар

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 2 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә иң яҡшы шәжәрә төҙөүгә республика конкурсы уҙҙы. Шәжәрә байрамы Башҡортостан райондарының бөтә ауыл биләмәләрендә һәм ҡалаларында йыл һайын уҙғарыла.

Конкурстың маҡсаты һәм бурысы – халыҡта үҙ ырыуы, халҡы, тыуған төйәге тарихына ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу; ғилми-тикшеренеү, крайҙы өйрәнеү, этнография йүнәлешендәге эшмәкәрлекте киңәйтеү; йәш быуынды тикшеренеү һәм ғилми эшкә йәлеп итеү; илһөйәрлек һәм Ватаныбыҙҙың тарихи һәм мәҙәни мираҫына һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү.

Конкурсҡа 41 эш тәҡдим ителде, тип хәбәр итә Республика халыҡ ижады үҙәге. Бөтә шәжәрәләр ҙә бай документаль һәм күрһәтмәле сығанаҡтар менән иҫбатланған.

Жюри составына Башҡортостандың билдәле фән эшмәкәрҙәре: БР Үҙәк дәүләт тарихи архивтың бүлек начальнигы Зөфәр Ғәтиәтуллин, БР Фәндәр академияһы Гуманитар тикшеренеүҙәр институтының Шәжәрәләр үҙәге мөдире Рәфил Асылғужин, БР Фәндәр академияһы Гуманитар тикшеренеүҙәр институтының бүлек мөдире Юлдаш Йосопов,  Башҡорт дәүләт университетының Рәсәй тарихы кафедраһы доценты Марат Зөлҡәрнәев, Ауырғазы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Риф Вәлиев инделәр.

Конкурс еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы 18 октябрҙә Ауырғазы районында «Шәжәрә байрамы» республика халыҡ ижады байрамында үтәсәк.

Конкурстың ойоштороусылары – БР Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге.