11 декабрь, Йәкшәмбе

02 сентябрь 2014 йыл, 16:21

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы 2014 йылдағы һайлауҙар буйынса 4 сентябрҙән «ҡыҙыу линия» аса

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 2 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 2014 йылдың 4 сентябренән алып 14-нә тиклем көн һайын иртәнге 9-ҙан көндөҙгө 1-гә тиклем һәм көндөҙгө 2-нән киске сәғәт 6-ға тиклем (Мәскәү ваҡыты буйынса) Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының «ҡыҙыу линия» эше ойоштороласаҡ, тип хәбәр ителә ведомство сайтында. «Ҡыҙыу линия»ның күп каналлы телефоны: (495) 606-98-88.

Республика халҡы шылтыратып һайлауҙар менән бәйле мәсьәләләр буйынса консультация алай, шулай уҡ һайлау ҡануниәтен боҙоу факттары тураһында хәбәр итә ала.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республиканың закондар сығарыу йыйылышына депутаттар һайлауҙарҙа Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының «ҡыҙыу линия»һына 1000-дән ашыу шылтыратыу булды. Линия 2013 йылдың 1 июленән алып эшләне.

«Ҡыҙыу линия»ға мөрәжәғәттәр күбеһенсә һайлау кампанияһының этабынан торҙо.