Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Белоретта реконструкциянан һуң мәктәп асылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 2 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

1 сентябрҙә Белоретта реконструкциянан һуң 1-се урта мәктәп асылды.

Был мөһим ваҡиға менән йәш белореттарҙы, мәктәптең педагогия коллективын һәм уҡыусыларҙың ата-әсәләрен Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов, Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов, «Геострой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Рөстәм Хажиев ҡотланы.

1-се урта мәктәп республиканың иң оло белем биреү учреждениеларының береһе булып һанала. Ул 1937 йылдың 1 сентябрендә асылған. Мәктәпте 2012 йылда, Белореттың 250 һәм мәктәптең 75 йыллығын билдәләгән йылда, яңыртып ҡора башлайҙар. Реконструкцияға 218 миллион һум күлемендә аҡса республика бюджетынан, 2,4 миллион Белорет районы бюджетынан бүленгән.

Быйыл 1-се урта мәктәп үҙенең ишектәрен 125 беренсе синыф уҡыусыһы өсөн асты, ул бөтәһе 880 балаға иҫәпләнгән.

1 сентябрҙә Белорет ҡалаһында һәм Белорет районы ауылдарында парта артына 11 меңдән ашыу уҡыусы ултырҙы, уларҙың – мең ярымы – беренсе синыф уҡыусылары. Яңы уҡыу йылында бөтәһе 34 мәктәпкәсә учреждение, 46 дөйөм белем биреү мәктәбе һәм биш өҫтәмә белем биреү учреждениеһы эшләйәсәк, тип хәбәр итте Белорет районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге баш белгесе Ольга Колесникова.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть