Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

«Башҡортостан продукты» проектына дүрт яңы ҡатнашыусы ҡушылды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2014 йыл, 2 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/.

«Башҡортостан продукты» республика проектына дүрт яңы ҡатнашыусы ҡушылды, тип хәбәр итә БР Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

Тейешле дипломдарҙы шәхси эшҡыуарҙар Хәйруллин (Стәрлетамаҡ районы) һәм Сәрүәров (Краснокама районы), «Добрый пряник» компанияһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Иглин районы), «СН-продукт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Благовар районы) алған.  Хәҙер улар үҙҙәренең тауарҙарында «Башҡортостан продукты» тамғаһын ҡуя ала. Сифат һәм именлек гарантияларынан тыш, бындай тамға һуғыу билдәле бер тауарҙың республика территорияһында урындағы сеймалдан етештерелгәнен һәм «Тикшереү үҙәге» дәүләт бюджет учреждениеһының лаборатор һынауҙарын үткәнен аңлата.

Шулай итеп, «Башҡортостан продукты» проекты, 1500-ләгән төр продукция сығарған, 130 етештереүсене берләштерә. Әлеге ваҡытта республика етештереүселәренең тауарҙары өсөн супермаркеттарҙа фирма кәштәләрен биҙәү буйынса эштәр дауам итә. Һатып алыусыларҙың уңайлығы өсөн бындай кәштәләр 31 магазинда барлыҡҡа килде, йыл аҙағына тиклем сауҙа нөктәләрен 300-гә тиклем арттырыу күҙҙалана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть