7 декабрь, Шаршамбы

02 сентябрь 2014 йыл, 12:43

Интернетта башҡортса яңы радиоканал барлыҡҡа килде

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 2 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Интернет-киңлектә тағы ла бер радиостанция – «Юлдаш+» музыкаль канал барлыҡҡа килде. Яңы радионың контенты үҙенсәлекле һәм киң тыңлаусыға, айырыуса йәштәр аудиторияһына иҫәпләнгән. Эфирҙа тәүлек әйләнәһенә башҡорт эстрадаһы, төрки телле башҡарыусыларҙың яңы әҫәрҙәре һәм сәләмдәр, ҡотлауҙар, музыка һайлау мөмкинселеге менән интерактив.

Ҡулланыусылар шулай уҡ яңы хәбәрҙәрҙе күҙәтә ала. Үҙҙәре тураһында белгертергә теләгәндәр өсөн промо системаһы эшләй. Бында йәш башҡарыусылар үҙҙәренең музыкаль әҫәрҙәрен урынлаштыра ала.

Интернет-радио редакцияһы ҡабул ителгән бер яҙыуҙың да иғтибарһыҙ һәм авторға яуапһыҙ ҡалмаясағын вәғәҙәләй. Бер аҙҙан канал сайтында йәш башҡарыусыларҙың фотогалереяһы һәм концерттарҙан репортаждар сығасак. Форумда йәштәр аудиторияһы өсөн көнүҙәк темаларға ла фекер алышырға мөмкин.