8 декабрь, Кесе йома

02 сентябрь 2014 йыл, 11:55

Көслө дауылдан зыян күргәндәр матди ярҙам ала башланы

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 2 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 29 августа стихия ваҡытында зыян күргән, Краснокама районының Ҡарый ауылы халҡы компенсация ала башланы, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республика башлығы Рөстәм Хәмитов уҙған йомала көслө дауыл һөҙөмтәһендә зыян күргәндәргә ярҙам итергә ҡушты.

— Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү республика үҙәгенең Нефтекама филиалы белгестәре Краснокама районының Ҡарый ауылына зыян күргән 87 йорт хужаһына матди ярҙам күрһәтеү өсөн барҙы, — тип аңлаттылар БР Хеҙмәт министрлығында.

Зыян күргән граждандарҙан матди ярҙам күрһәтеүгә документтарҙы филиалдың күсмә төркөмдәре йыя. Яңауыл районында дүрт төркөм ойошторолған, әлегә ярҙам күрһәтеүгә 205 ғариза ҡабул ителгән, көслө өйөртмә ел һөҙөмтәһендә бөтәһе 320 йорт биләүе зыян күргән. Ҡалтасы районында, филиал мәғлүмәттәренә ярашлы, зыян күреүселәр юҡ.

Яңауыл районында зыян күргәндәргә түләүҙәрҙе 2 сентябрҙә бирә башлайҙар.

Яңауыл һәм Краснокама райондары халҡына иң мөһим кәрәк-яраҡтарға матди ярҙам күрһәтеү өсөн ике миллион ярым һум самаһы аҡса бүленгән. Был көслө дауылдан зыян күргән граждандарға ярҙам күрһәтеүгә республика бюджетынан бүленгән беренсе финанстар траншы. Артабан уларға йорттарҙы һәм хужалыҡ ҡаралтыларын тергеҙеүгә ярҙам күрһәтеләсәк.