Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда минималь эш хаҡы артасаҡ

Иҡтисад

ӨФӨ, 2014 йыл, 2 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Минималь эш хаҡы 5 мең 500 һумдан 6 мең 900 һумға тиклем артасаҡ. БР Эш биреүселәр союзы, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм БР Профсоюздар федерацияһы вәкилдәре ҡатнашлығындағы Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы республика комиссияһы ултырышында Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда минималь эш хаҡын күтәреү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

— Һуңғы айҙа республикала эш хаҡы мәсьәләһе тураһында күп һөйләйбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Әлеге ваҡытта был өлөштә хәлдең бик яҡшы булмауын аңлайбыҙ. Бер яҡтан, ҡулланыусылар баҙары ресурстар, аҡса менән тулған. Һатып алыу мөмкинлеге буйынса республика Рәсәй Федерацияһында лидерҙарҙың береһе. Ә уртаса эш хаҡы буйынса республика лидерҙарҙан алыҫ, Рәсәй төбәктәре исемлегендә уртала тора.

Һуңғы йылдарҙа минималь эш хаҡы күләмен күтәрмәгәнлектән был тура килмәүлек хасил булды. 5 мең 500 һум – 2010 йылдың аҙағында – 2011-ҙең башында ҡабул ителгән, был һан һуңғы бер нисә йылда ҡайтанан ҡаралманы. Хәлдең артабан да шулай ҡала алмауы көн кеүек асыҡ. Минималь эш хаҡын күтәрергә кәрәк. Эш хаҡын алып етмәү, уның түбән кимәле шулай уҡ республика бюджетына өҫтәмә һалым йыйыу мөмкинлеген сикләй.

Минималь эш хаҡы йәшәү кимәленә барып етһен өсөн тырышырға кәрәк. Йәшәү минимумы булған 7 мең 700 һум да бик аҙ. Әлбиттә, тормош аҙыҡ-түлек, кейем-һалым һатып алыуҙан, коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәрҙән ҡиммәтерәк тора. Әммә шул уҡ ваҡытта кешеләрҙең бихисап өлөшө биш, алты, ете, 10 мең һумға тиклем эш хаҡы ала. Бындай эш хаҡына беҙҙә халыҡтың 25 проценттан ашыуы эшләй.

Шуға күрә артабан беҙгә ҡыйыуыраҡ булырға кәрәк. Беҙгә һеҙҙең менән бөгөнгө хәлгә ярашлы эшләү зарур. Һөйләшеүҙәрҙе йыл-йыл ярымға, ә бигерәк тә ике-ике йыл ярымға һуҙмаҫҡа, ә мәсьәләләрҙе тиҙерәк хәл итергә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть