9 декабрь, Йома

02 сентябрь 2014 йыл, 9:59

Рөстәм Хәмитов: «Башҡортостандың Урмансылар паркы тағы ла матурланасаҡ»

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2014 йыл, 2 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов үткән көндә Башҡортостандың Урмансылар паркында, быйыл яҙын үҙенең инициативаһы буйынса башланған реконструкцияның тәүге этабынан һуң, булды.

Объектты файҙаланыуға тапшырыу 1 сентябргә планлаштырылғайны. БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һауа торошоноң ҡатмарлы шарттарына ҡарамаҫтан, реконструкцияның тәүге этабына ингән бөтә сараларҙы ла тиерлек ваҡытында тамамлап булды.

Рөстәм Хәмитов, ремонт эштәренән һуң ныҡ ҡына үҙгәргән, урман паркы биләмәһен ҡараны. Атап әйткәндә, бында урман массивы таҙартылған һәм яҡтыртылған, юл-һуҡмаҡ селтәренә асфальт түшәлгән, яҡтыртыу таяуҙары ҡуйылған, пикник зонаһы, шулай уҡ балалар һәм спорт майҙансыҡтары эшләнгән.

Парк биләмәһендә урынлашҡан, вольер хужалығы янынан уҙып барғанда Рөстәм Хәмитов хайуандар өсөн ситлектәрҙе төрлө кимәлдә эшләргә тәҡдим итте.

— Бәлки, ул модулле вольер булырға тейештер, — тип өҫтәне республика башлығы урман паркын ҡарап бөткәндән һуң.

Башҡортостандың урман хужалығы министры Динир Әхмәтйәновтың мәғлүмәттәре буйынса, урман паркы биләмәһен таҙа тотоу өсөн кәмендә эшкә биш кеше алырға кәрәк буласаҡ. Бынан тыш, ай дауамында бында ял итеүселәрҙең хәүефһеҙлеге өсөн видеокүҙәтеү системаһын ҡуйыу күҙаллана.

— Шулай уҡ ямғыр ваҡытында йәшенерлек ике-өс япма эшләргә уйлайбыҙ. Был тәҡдимде паркта балалары менән йөрөгән әсәләр индерҙе, — тип һөйләне Республика капиталь төҙөлөш идаралығы директоры Владимир Селищев.

Өфө урман хужалығы техникумы директоры Дамир Асҡаров, быйыл яҙ-йәй генә урман паркы биләмәһенән 4,5 мең кубометрҙан ашыу төрлө сүп-сар сығарып түгелде, тип билдәләне. Уның әйтеүе буйынса, киләсәктә паркты периметры буйлап тулыһынса кәртәләү, шишмәләрҙе матурлау һәм быуа хужалығын булдырыу күҙаллана. Бынан тыш, пландарҙа – Сәғит Агиш урамынан алып урман паркының пикник зонаһына тиклем юл һалыу.