5 декабрь, Дүшәмбе

01 сентябрь 2014 йыл, 17:53

Белем көнөндә Рөстәм Хәмитов Красный Ключ ауылында яңы мәктәп асты

фото: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

1 сентябрҙә Рөстәм Хәмитов республика буйынса эш сәфәре барышында Нуриман районында булды. Красный Ключ ауылында ул 260 уҡыусыға иҫәпләнгән урта мәктәп комплексында һәм бассейн менән 110 урынлыҡ балалар баҡсаһында булды, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Дөйөм майҙаны 10 мең квадрат метр тәшкил иткән бинаны ике йыл дауамында төҙөнөләр. Объекттың хаҡы – 301,5 миллион һум. Мәғариф комплексына дөйөм белем биреү мәктәбе, балалар баҡсаһы, аҙыҡ-түлек һәм хужалыҡ блоктары, автотуҡталҡа инә. Территорияла блоклы ҡаҙанлыҡ та бар. Рөстәм Хәмитов уҡыу кластарын, спорт залын, урта мәктәп ашханаһын, шулай уҡ яңы балалар баҡсаһын ҡараны.

Республика етәксеһе ауыл халҡын Белем көнө һәм яңы мәктәптең асылыуы менән ҡотланы, уңыштар һәм именлек теләне.

— Барығыҙҙы ла икеләтә байрам менән ҡотлайым. Беренсе байрам – ул Белем көнө. Был көндө байрам итеп, бик күп малайҙар һәм ҡыҙҙарҙың мәктәпкә барғанын, уҡытыусыларҙың каникулдарҙан һуң үҙ эштәренә ҡабаттан тотоноуҙарын күрәбеҙ. Икенсе байрам – ул Красный Ключ ауылында яңы мәктәп асыу. Был мәктәпте күптән көтөп алдылар. Ул матур килеп сыҡҡан. Хәҙер инде һеҙҙән, ҡәҙерле уҡыусылар, хөрмәтле уҡытыусылар, был белем биреү учреждениебыҙҙың нисек эшләүе, был стеналарҙа балаларҙың ниндәй белем алыуҙары тора, — тине Рөстәм Хәмитов.

темалар: белем көнө