Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

«Һөт иле-2014» фестивалендә Өфөлә 50 меңдән ашыу кеше ҡатнашты

Иҡтисад

Быйыл «Һөт иле» бөтә Рәсәй фестивалендә 50 меңдән ашыу кеше булды, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Фестивалдә үҙ продукцияһын республиканың алдынғы 27 һөт һәм һөт аҙыҡтарын етештереүсеһе, шулай уҡ «Һөт иле»ндә тәүге тапҡыр ҡатнашыусы, Әлшәй, Бәләбәй, Иглин һәм Шаран райондарынан дүрт фермер хужалығы тәҡдим итте. «Һөт йәрминкәһе» һәм «Фермер баҙары» зоналарында 48 тоннанан ашыу һөт ризығы, 5 тонна самаһы аҡ май, 2,5 тонна самаһы ҡаты сыр, 1,2 йомшаҡ сыр һәм сыр ризыҡтары, 2,3 тонна туңдырма, 12 мең банка ҡуйыртылған һөт, 8 тоннанан ашыу бейә һәм кәзә һөтөнән эшләнгән ҡымыҙ, 550 литр кәзә һөтө һатылған. Ойоштороусылар билдәләүҙәренсә, бындай саралар һөт ризыҡтарын етештереүселәргә үҙҙәре тураһында республикала ғына түгел, ә федераль кимәлдә лә белдерергә мөмкинселек бирә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Һөт иле» фестивале Башҡортостандың баш ҡалаһында дүртенсе тапҡыр уҙҙы. Уның ойоштороусылары – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Өфө хакимиәте, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм «Союзмолоко» Һөт етештереүселәрҙең милли союзы. Сараның төп маҡсаты – халыҡтың сәләмәтен нығытыу өсөн республикала етештерелгән һөт һәм һөт ризыҡтарын ҡулланыуҙы пропагандалау.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть