5 декабрь, Дүшәмбе

01 сентябрь 2014 йыл, 15:59

Башҡортостанда көслө дауылдан зыян күргән кешеләр өсөн аҡса йыйыу башланды

 

Краснокама районы хакимиәте, Ҡарый һәм Янаҡтай ауылдарында булған ҡазалар менән бәйле, Башҡортостан предприятиелары һәм ойошмалары етәкселәренә мөрәжәғәт итә.

29 августа көслө дауыл һөҙөмтәһендә йорттар емерелә, белем биреү, мәҙәниәт учреждениелары, административ биналар, ауыл хужалығы объекттары боҙола. Әлеге ваҡытта кешеләр йортһоҙ һәм йәшәүгә сараһыҙ ҡалды.

Муниципалитеттың хәйриә эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса район Советы ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә ярҙам итеү буйынса акция уҙғара. Муниципалитет хакимиәте республика халҡын хәлдәренән килгәнсә шәфҡәтлелек ярҙамын күрһәтеүҙәрен һорай.

Кейем, аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-яраҡтары йыйыу пункттары Ҡарый ауылы Мәҙәниәт йортонда (Тыныслыҡ урамы, 1) һәм Николо-Березовка ауылы Йәштәр һарайында (Еңеү урамы, 25) ойошторолған.

Аҡсалата ярҙамды, киләһе реквизиттар буйынса күсереп, күрһәтергә мөмкин:

«Получатель: Благотворительный фонд развития муниципального района Краснокамский район Республики Башкортостан.

Юридический адрес: 452930, Республика Башкортостан, Краснокамский район, с. Николо-Березовка, ул. Карла Маркса, 3.

ИНН 0231995071, КПП 023 101 001

ОГРН 111 02 0000 2120

ОКПО 678 582 93

Р/счет № 40703810962240000004

в Башкирский РФ ОАО «Россельхозбанк»

БИК 048 073 934

К/счет 301 018 102 0000 0000 934

в ГРКЦ НБ Республики Башкортостан Банка России

Назначение платежа: безвозмездное пожертвование для граждан, оказавшихся в трудной жизненной ситуации, связанной с ураганом, прошедшим в муниципальном районе Краснокамский район Республики Башкортостан».