6 декабрь, Шишәмбе

01 сентябрь 2014 йыл, 9:10

Рөстәм Хәмитов уҡытыусыларҙы, уҡыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе Белем көнө менән ҡотланы

фото: Андрей Старостин

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов уҡытыусыларҙы, уҡыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе Белем көнө һәм яңы уҡыу йылының башланыуы менән ҡотланы.

«Был уртаҡ ҙур байрамыбыҙ. Мәктәптәр үҙ ишектәрен аса, малайҙар һәм ҡыҙҙар ошо мәлде түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Мәктәпте тамамлаусы уҡыусылар өсөн оло тормошҡа аяҡ баҫыу алдынан ҙур һынауға әҙерлек осоро башлана. Ә беҙҙең өсөн — ул уҡытыусыларға биргән белемдәре өсөн рәхмәт әйтеп, бәхетле йылдар, класташтар һәм курсташтар тураһында йылы хәтирәләр менән иҫкә алыу ваҡыты.

Беренсе сентябрь — тотош мәғариф системаһы өсөн һәр педагогия коллективының эшмәкәрлеген камиллаштырыуҙа яңы үҫеш кимәле. Һуңғы йылдарҙа тармаҡ үҫешенә байтаҡ ҡына сығымдар бүленде. Матди-техник базаһы яҡшыртылды. Мәктәптәр заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла, яңы быуын стандарттары, электрон белем биреү технологиялары үҙләштерелә. Урта һәм юғары уҡыу йорттарында мәғариф-мәғлүмәт мөхите әүҙем үҫешә.

Әммә уҡыусылар һәм студенттарҙы уҡытыуҙа төп ролде, әлбиттә, уҡытыусыларыбыҙ йөрөтә. Тап уларҙың профессионаллектәре, шәхси сифаттары, заманса технологияларҙы ҡуллана белеүҙәре белем биреү системаһын камиллаштырыуға ныҡлы этәргес бирә», — тиелә ҡотлауҙа.

Республика башлығы уҡытыусыларға яңы уҡыу йылында «ижади көс һәм профессиональ үҫеш, ә уҡыусыларға һәм студенттарға – уңыштар, уҡыуҙа ныҡышмалылыҡ, тоғро дуҫтар» теләне.

темалар: белем көнө