5 декабрь, Дүшәмбе

01 сентябрь 2014 йыл, 14:38

Төбәк етәксеһе Башҡортостандың төньяғында дауыл ваҡытында емерелгән өйҙәрҙе йыл аҙағына тиклем тергеҙергә ҡушты

автор: Эльвира Латипова | фото: Андрей Старостин

29 августа дауыллы ел һөҙөмтәһендә емерелгән, өйҙәрҙе тергеҙеү буйынса эштәр йыл аҙағына тиклем тамамланырға тейеш, тип ҡушты тейешле хеҙмәттәргә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса республика комиссияһы кәңәшмәһендә Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов. Ултырыш шәмбе көнө Нефтекамала үтте.

— Кешеләргә ярҙам итеү буйынса эште тиҙ ойошторорға тейешбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Кешеләрҙең күптәре өйһөҙ ҡалды. Яңы ғына Нефтекама менән күрше ятҡан ауылдың ниндәй хәлгә килеүен ҡараныҡ. Кешеләрҙең йәшәргә урындары юҡ. Йорттары емерелгән. Бәхеткә ҡаршы, башҡаса ҡорбандар юҡ. Йорттар нигеҙенә тиклем юҡҡа сыҡҡан. Беҙҙең алда ҙур, ауыр эш тора. 2015 йылдың 1 ғинуарына тиклем тергеҙеү һәм яңы йорттар төҙөү буйынса иң мөһим эштәр тамамланырға тейеш. Был бурысты беҙҙең төҙөлөш комплексына ҡуям.

Рөстәм Хәмитовтың әйтеүе буйынса, йөҙләгән яңы йорт төҙөргә кәрәк буласаҡ, «зыян 150 һанына яҡынлашып, 100 миллион һумдан артасаҡ, ә бәлки 200 миллион һум да».

Бөтә зыян күргәндәргә матди ярҙам күрһәтеләсәк.

— Һәләк булғандарҙың ғаиләләренә берешәр миллион һум бүләсәкбеҙ, — тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов. — Тән йәрәхәте ауырлығына ҡарап йәрәхәтләнгәндәргә компенсация түләнәсәк. Башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ҡулланылған һандарға таянасаҡбыҙ. Һаулыҡҡа ҡаты, уртаса зыянды ҡаплау буйынса 400 мең һумлап ҡарала, ә еңел зыянға – 200 мең самаһы. Бынан тыш, ғәҙәттән тыш хәл зонаһында булғандарға, мөлкәте зыян күргәндәргә бөтәһенә лә республика ҡануниәте буйынса 5 мең һум күләмендә ярҙам күрһәтеләсәк, әммә ғаиләгә 25 мең һумдан күберәк түгел. Федераль ҡануниәт буйынса шулай уҡ түләүҙәр ҡаралған. Һис шикһеҙ, муниципалитеттар зыян күргәндәргә матди компенсация түләүҙе үҙҙәре билдәләйәсәк. Әгәр мөлкәт өлөшләтә юғалһа, федераль бюджеттан бер кешегә 25 мең һум түләнәсәк. Әгәр мөлкәт тулыһынса юҡҡа сыҡһа, республика бюджетынан һәр кешегә 50 мең һум түләйәсәкбеҙ.

Республика штабы Нефтекамала эшләйәсәк. Уны беренсе вице-премьер Рәүеф Ноғоманов етәкләне.

Рөстәм Хәмитов сығышының тулы стенограммаһы – Башҡортостан Республикаһы Президенты сайтында.