Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 55.84 ↓

EUR 60.79 ↑

26 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Республика етәксеһе: дауылдан зыян күргән кешеләргә матди зыян ҡапланасаҡ

Сәйәсәт

30 августа Рөстәм Хәмитов, 29 августа көслө ел эҙемтәләре менән бәйле ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән, Краснокама һәм Яңауыл райондарында булды, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте. Көслө дауыл һөҙөмтәһендә йорттар һәм социаль объекттар зыян күрҙе. Ҡорбандар бар. Рөстәм Хәмитов Яңауыл районының Кониг ауылында, Яңауыл ҡалаһының Көнсығыш биҫтәһендә һәм Краснокама районының Ҡарый ауылында емереклек масштабын баһаланы.

Тәбиғи көстән зыян күргән кешеләр республика башлығына емереүсе дауылдың ике минутлап барғанын һөйләне. Боҙолған йорттарҙың күбеһе страховкаланмаған. Рөстәм Хәмитов, республика бөтә йорттарҙы тергеҙергә ярҙам итәсәк, тип белдерҙе. Ә йүнәтеп булмағандарҙың урынына яңылары төҙөләсәк. Кешеләргә матди зыян ҡапланасаҡ – ауыл биләмәләрендә, юғалтылған мөлкәтте яҙып һәм зыян күләмен иҫәпләп йөрөүсе, комиссиялар эшләй башланы. Зыян күреүселәргә дүшәмбе, 1 сентябрҙә, беренсе кәрәк-яраҡ әйберҙәрен алыуға аҡса биреләсәк. Райондарҙа шулай уҡ зыян күргән кешеләр өсөн ваҡытлыса йәшәп тороу пункттары, поход кухнялары эшләй башлаған.

Нефтекамала Рөстәм Хәмитов ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса республика комиссияһы кәңәшмәһен уҙғарҙы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть