5 декабрь, Дүшәмбе

01 сентябрь 2014 йыл, 11:43

Көслө дауылдан зыян күргән республиканың өс районында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде

автор: «Башинформ» | фото: Андрей Старостин

30 августа Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов үҙенең бойороғо менән Ҡалтасы, Краснокама һәм Яңауыл райондарында, 29 августа көслө дауыл уҙыу сәбәпле, ғәҙәттән тыш хәл режимын индерҙе. Был хаҡта республика башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Ғәҙәттән тыш хәл режимы айырым бойороҡҡа тиклем үҙ көсөнә эйә буласаҡ.

Башҡортостанда стихия күрһәткән зыянды баһалау буйынса Ведомство-ара комиссия ойошторолдо. Уны республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рәүеф Ноғоманов етәкләй.

Ведомство-ара комиссияға 2014 йылдың 20 сентябренә тиклем Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенә ғәҙәттән тыш хәлде бөтөрөү буйынса сараларҙы финанс яҡтан тәьмин итеүгә федераль бюджеттан ассигнованиелар бүлеү тураһында мөрәжәғәт әҙерләргә һәм йүнәлтергә ҡушылды.

Башҡортостан Республикаһының Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына БР Хөкүмәтенә ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә зыян күргән граждандарға матди ярҙам күрһәтеү буйынса тәҡдимдәр индереү йөкмәтелде.

Граждандарҙың торлаҡтарын һәм социаль инфраструктура объекттарын йүнәтеү буйынса эштәрҙең дәүләт заказсыһы итеп БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты билдәләнгән. Граждандарҙың торлаҡтарын тергеҙеү буйынса эштәрҙе Рөстәм Хәмитов ағымдағы йылдың 30 сентябренә тиклем тамамларға ҡушты.

Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығына зыян күргәндәргә тулы күләмдә ярҙам күрһәтеү йөкмәтелде. БР Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетына – зыян күргәндәрҙе аҙыҡ-түлек һәм тәүге кәрәк-яраҡ тауарҙары менән тәьмин итергә.

Ҡалтасы, Краснокама, Яңауыл районы хакимиәттәренә ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә зыян күргән граждандарҙы торлаҡтары тергеҙелгәнсе ваҡытлыса урынлаштырырға кәңәш ителде. 2014 йылдың 5 сентябренә тиклем муниципалитеттар БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығы һәм Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы менән килешелгән ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә зыян күргән кешеләрҙең исемлеген, уларға матди ярҙам күрһәтеү өсөн, тапшырырға тейеш.

Бойороҡтоң үтәлешен контролдә тотоу Башҡортостан Президенты хакимиәтенә йөкмәтелгән.