Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов: Башҡортостан кадет корпусы – яңы төр уҡыу йорто

Йәмғиәт

29 августа Ишембайҙа Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, Рәсәйҙең транспорт министры Максим Соколов һәм Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй геройы А.В.Доставалов исемендәге Башҡортостан кадет корпусында булдылар, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән. 2013 йылдың июлендә кадет корпусы «КаДетство» проекты сиктәрендә федераль кимәлдәге белем биреү учреждениеһына үҙгәртелде.

Кадет корпусында бөтәһе 320 кеше белем ала, 44 уҡытыусы эшләй. Кадеттарға етенсе синыфты тамамлап һынау имтихандарын уңышлы тотҡандарҙы ҡабул итәләр. Урта һәм дөйөм белем биреү программаларынан тыш, белем биреү учреждениеһында ҡотҡарыу һәм парашют-десант әҙерлеге буйынса махсус курстар уҡытыла. Кадеттар илдәге көс ведомстволарының юғары уҡыу йорттарында артабан да белем алыу өсөн кәрәк булған юридик һәм хәрби дисциплиналарҙы өйрәнә. Ошондай юғары уҡыу йорттарына быйылғы сығарылыш уҡыусыларының 40 проценттан ашыуы ингән (34 кешенең 14-е).

Кадет корпусы составында уҡыу-уҡытыу корпусы һәм ике ятаҡ бар. Михаил Бабич, Максим Соколов һәм Рөстәм Хәмитов кадеттарҙың йәшәү шарттары менән таныштылар.

Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә 2014-2017 йылдарға бында физкультура-сәләмәтләндереү комплексы, 320 урынлыҡ яңы йәшәү корпусы төҙөү, уҡытыу корпустары араһында йылы аралыҡ һалыу, 1-се дөйөм ятаҡты реконструкциялау, ашхананы, тышҡы инженер селтәрен капиталь ремонтлау, территорияны төҙөкләндереү планлаштырылған. Талап ителгән финанс сараларҙың яҡынса суммаһы 503 миллион һум тәшкил итә, уларҙың 80 миллионын федераль бюджеттан алыу күҙаллана.

Кластарҙа кадеттар – взводтар командирҙары менән осрашыу уҙҙы. Кадеттар йәйге каникулдарҙың бер өлөшөн Пензала үткәрҙе, унда улар оборона-спорт сәләмәтләндереү лагерендә булды.

Журналистар менән әңгәмәләшеү барышында Рөстәм Хәмитов, «был ысынлап та белем биреү йортоноң бөтөнләй яңы төрө. Теүәл йыл ярым-ике йылдан бында заманса кампус, яңы дөйөм ятаҡ, спорт ҡоролмаһы, физкультура-сәләмәтләндереү комплексы буласаҡ. Республика өсөн бындай уҡыу-уҡытыу йортоноң барлыҡҡа килеүе бөтә яҡтан да бик мөһим. Эшебеҙ яҡшы барһын өсөн, бөтәһен дә эшләйбеҙ», тип билдәләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть