2 декабрь, Йома

01 сентябрь 2014 йыл, 9:39

Башҡортостан һәм Удмурт Хөкүмәттәре араһында транспорт инфраструктураһын үҫтереү тураһындағы килешеү төҙөлдө

автор: Розалия Вәлиева

Башҡортостан Республикаһы һәм Удмурт Республикаһы Хөкүмәттәре араһында транспорт инфраструктураһын үҫтереү тураһындағы килешеүгә ике төбәк етәкселәре Рөстәм Хәмитов һәм Александр Соловьев Өфөлә 29 августа ҡул ҡуйҙы.

Килешеү Кама һәм Буй йылғалары аша яңы күперҙәргә юл төҙөүҙе күҙ алдында тота. Ижевск – Сарапул – Камбарка – Нефтекама – Дүртөйлө – Өфө маршруты буйынса тура автомобиль юлын 2016 йылда ойоштороу планлаштырыла, тип хәбәр итә республика Президентының матбуғат хеҙмәте.