9 декабрь, Йома

29 август 2014 йыл, 17:34

Белем көнөндә Өфө дәүләт авиация техник университетында 1800 студент билеты тапшырыласаҡ

автор: Алик Шакиров

Быйыл Өфө дәүләт авиация техник университеты бюджет нигеҙендә көндөҙгә бүлеккә 1800 студентты ҡабул иткән. Магистратураға 357 кеше алған. Имтихандарһыҙ инеү урындарына 432 студент алынған. Беренсе курс студенттарының 60 процентын егеттәр тәшкил итә. Беренсе курстар араһында ҡаланыҡылар 70 процент, уларҙың 35 проценты – өфөләр.

Юғары уҡыу йортона, Башҡортостан халҡынан тыш, Алтай крайы, Ханты-Манси автономиялы округы, Красноярск, Силәбе, Ырымбур абитуриенттары ингән. Академик бакалавриатҡа конкурс 4,7 процент тәшкил иткән, ғәмәли бакалавриат – 2,9 процент, специалитет – 6,6 процент. Бөтәһе 7059 ғариза ҡабул ителгән.