Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

«Юлдаш» радиоһы студенттар өсөн концерт ойоштора

Мәҙәниәт

Салауат Юлаев майҙанында ҙур матур концерт форматында Өфө студенттарын Белем көнө менән тәбрикләү яҡшы йолаға әүерелгән. Быйыл 1 сентябрҙә бындай концертты майҙанда «Юлдаш» радиостанцияһы ойошторорға булған, тип хәбәр ителә «Йәшлек» гәзитенең бөгөнгө һанында. Концертта башҡорт эстрадаһының билдәле башҡарыусылары – Рәдиф Зарипов, Әлим Ҡәйүмов, Ғәзим Ильясов, Ян Лира, Илнур Миһманов, Ғайсар Миңлеғолов, Илнур Ишембаев, Айтуған Ғәйзуллин, Гөлназ Ҡәҙербирҙина, Алина Дәүләтханова, Лиана Иҙрисова, Хәлимә Ғәббәсова, Лилиә Дауытова, Айнур Туҡтаев, Рәфис Ишбаев, Илдус Дәүләнов, Рифат Шәрәфетдинов, Линар Солтанов, Әлфиә Әхмәтйәнова, Фәнүр Ишморатов, Рәил Өмөтбаев, Венер Камалов, Резеда Бүләкова, Таһир Әсәҙуллин, «Әс-сәләм» төркөмө: (солистар — Айгиз Ханов, Илгиз Камалетдинов), Рөстәм Ғиззәтуллин ҡатнашасаҡ. Артистар популяр йырҙар һәм композициялар башҡарасаҡ.

Һәр ваҡыттағыса күңелле уйындар һәм бүләктәрҙең күп булыуы көтөлә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть