Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республика халҡы үҙҙәренең федераль һәм төбәк бюджеты варианттарын тәҡдим итә ала

Йәмғиәт

Башҡортостанда иң яҡшы «Граждандар өсөн бюджет» проектына конкурс старт алды. Республика Финанс министрлығының мәғлүмәт хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ул бюджет, уның формалашыу һәм үтәлеү процесы тураһында халыҡ өсөн ябайлаштырылған закондар версияһынан тора.

Асыҡ конкурста ҡатнашыуға физик һәм юридик шәхестәр саҡырыла. Проекттарҙы ике йүнәлеш буйынса ебәрергә мөмкин, ул: граждандар өсөн федераль бюджет һәм төбәк. Һәр ҡайһыһында тейешле номинациялар ҡаралған.

Заявкалар һәм конкурс материалдары Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46 адресы буйынса 224-се бүлмәлә ҡабул ителә. Электрон версияларҙы kabuzenko.i@bashkortostan.ru, gilmetdinova.d@bashkortostan.ru адрестары буйынса ебәрергә мөмкин.

Заявкаларҙы ҡабул итеү ваҡыты – 1 сентябрҙән алып 31 октябргә тиклем.

Ағымдағы йылдың декабрендә конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть