8 декабрь, Кесе йома

29 август 2014 йыл, 16:17

Ағиҙел йылғаһы аша Өфөнөң яңы күперҙәре М5 һәм М7 федераль трассаларҙы тоташтырасаҡ

автор: Розалия Вәлиева, Екатерина Соколова

Өфөлә РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, РФ транспорт министры Максим Соколов һәм Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов төҙөлөп килгән күперҙәрҙе ҡаранылар. Иң тәүҙә Ағиҙел йылғаһы аша Галле урамындағы хәҙерге күперҙән ағым буйынса 40 метрға юғарыраҡ урынлашҡан күперҙе ҡаранылар. Уның оҙонлоғо 836 метр тәшкил итәсәк, ә төҙөлөш хаҡы 4,8 миллиард һумға баһаланған. Тәүге автомобилдәр ағымын күпер 2016 йылдың июлендә ҡабул итә аласаҡ.

— Был бик мөһим объект, — тип билдәләне РФ транспорт министры Максим Соколов. — Күперҙәр тиҙ генә төҙөлмәй, һәм хатта өҫтәмә финанстар ҙа эште тиҙләтмәйәсәк.

Киләһе объект – Воровский урамындағы Ағиҙел йылғаһы аша иҫке күпер. Бөгөнгә аркалы юл күперенең оҙонлоғо 637,3 метр.

— Был күпер 1947 йылда проектланған, 1953-56 йылдарҙа һалынған, — тип һөйләне Андрей Федин, иҫке күперҙең реконструкциялау проектын әҙерләүсе «Башкирдортранспроект» дәүләт унитар предприятиеһы директоры. — 2003 йылда белгестәр ентекле тикшереү үткәргән һәм күперҙе авария хәлендә тип танығандар, сөнки ул хәҙерге ауырлыҡты күтәрә алмай.

Күпер ҡала өсөн стратегик әһәмиәткә эйә – ул Өфөгә көньяҡтан инеү, Ырымбурға, Стәрлетамаҡҡа, Дим һәм Чесноковка биҫтәләренә сығыу юлы. Реконструкциянан һуң күпер оҙонлоғо 684 метр тәшкил итәсәк. Унда арка алынасаҡ, күпер айырылмаҫ, берҙәм буласаҡ.

— Өфө – М5 һәм М7 – ике трассала торған берҙән-бер ҡала, — тип билдәләне Андрей Федин. — Шуға күрә күперҙә һыҙаттарҙы арттырырға кәрәк. Реконструкциянан һуң улар инеү яҡҡа бишәү һәм сығыу яҡҡа алтау булып китәсәк.

Проектҡа ярашлы, төҙөлөш ике йыл дауам итәсәк. Эштәрҙең башланыу ваҡыты әлегә билдәһеҙ.

Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитовтың әйтеүе буйынса, яңыртылған ҡала транспорт коридоры – М5 һәм М7 – ике федераль трассаны тоташтыра аласаҡ.