8 декабрь, Кесе йома

29 август 2014 йыл, 15:37

2015 йылда Башҡортостан юл төҙөлөшөнә федераль бюджеттан 10 миллиард һум аласаҡ

автор: Розалия Вәлиева, Эльвира Латипова | фото: Андрей Старостин

Юл төҙөлөшөнә 10 миллиард һум Башҡортостан Республикаһына 2015 йылда бүленәсәк. Бының тураһында 2015 йылда Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттарын үткәреүгә транспорт системаһын әҙерләү буйынса эшсе кәңәшмәлә РФ транспорт министры Максим Соколов хәбәр итте. РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов, республика Хөкүмәте ағзалары ҡатнашлығындағы кәңәшмә йома көндө Республика Йортонда бара.

Максим Соколовтың әйтеүе буйынса, 2014 йылда федераль финанслау күләме 6,15 миллиард доллар тәшкил итәсәк.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Өфөлә үтәсәк саммиттарға төп объекттарҙы әҙерләү барышын тикшерҙе. Уларҙың береһе – «Өфө» халыҡ-ара аэропорты. Аэровокзал комплексын тулыһынса реконструкциялау проекты 2013-2017 йылдарға иҫәпләнгән. Яҡынса финанслау күләме 9,4 миллиард һум тәшкил итәсәк, шул иҫәптән 7,5 миллиард һумы – федераль бюджет аҡсалары. Эштәр графикка ярашлы бара.

Саммиттарға төп объекттарҙың төҙөлөшө һәм реконструкцияһы тураһында республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов һөйләне. 2014 йылдың октябренә Конгресс-холл – алдағы сараларҙың төп майҙансығы ҡунаҡтарҙы ҡабул итергә тулыһынса әҙер буласаҡ, тип хәбәр итте ул. Әлеге ваҡытта унда капиталь ремонт буйынса эштәр тамамлана. Киң мәғлүмәт саралары эшен ойоштороу буйынса мәсьәлә хәл ителгән. ШОС һәм БРИКС саммиттарын меңләгән журналист яҡтыртасаҡ. Улар өсөн күсеп йөрөүсән матбуғат үҙәге йыһазландырыласаҡ.

Тантаналы саралар үткәреүгә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының концерт залы әҙерләнә. Әле унда ремонт эштәре бара. Мәҙәни программаны ойоштороу менән республиканың әүҙем булышлығында Дәүләт Кремль һарайы шөғөлләнә.

Саммиттарҙы медицина яғынан тәьмин итеү буйынса план, йәлеп ителәсәк медицина учреждениелары исемлеге раҫланған. Атап әйткәндә, видеокүҙәтеү системаһы ойоштороласаҡ. Видеокамералар һәм мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү үҙәктәрен алыуға һәм монтажлауға республика бюджетынан 54 миллион һум бүлеү күҙаллана.

Саммиттың бизнес саралары «Башҡортостан» Дәүләт концерт залында – элекке «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында уҙасаҡ, унда әле реконструкциялау бара.

Ҡунаҡтарҙы ҡабул итеүгә ҡунаҡханалар ҙа әҙерләнә. Салауат Сәғитовтың әйтеүе буйынса, дүрт ҡунаҡхана 2014 йылдың аҙағына тапшырыласаҡ. 2015 йылдың 1 апреленә тиклем тағы ла өс ҡунаҡхана файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Дөйөм бүлмәләр фонды 3700 номер тәшкил итәсәк.

Өфөнөң тышҡы ҡиәфәтен яңыртылған төп юғары уҡыу йорттары биҙәйәсәк. Уларҙы ремонтлауға, шулай уҡ эргә-тирәһен төҙөкләндереүгә 150 миллион һум йүнәлтелгән.

Форум эше барған көндәрҙә Өфө ҡунаҡтарына инглиз һәм ҡытай телдәрен белгән 1000 волонтер ярҙам итәсәк. Уларҙы уҡытыуға 1,5 миллион һум бүленәсәк.

Кәңәшмәнең икенсе өлөшө матбуғатһыҙ, ябыҡ режимда дауам итте.