4 декабрь, Йәкшәмбе

29 август 2014 йыл, 12:59

Башҡортостанда «Иң тәмле бал» конкурсы старт алды

автор: Арина Рәхимҡолова

Умартасылыҡ продукцияһын етештереүселәр һәм эшкәртеүселәр эшмәкәрлеген төбәк-ара координациялау ассоциацияһы һәм Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы, һәр йыл уҙғарылып килгән, «Иң тәмле бал» республика конкурсының башланыуы тураһында иғлан итә.

Ойоштороусылар билдәләүҙәренсә, тәҡдим ителгән бал өлгөләрен лабораторияла тикшереү үткәреү кәрәклеге һәм эксперт төркөмгә республиканың эре селтәрле компаниялары етәкселәрен йәлеп итеү быйылғы конкурстың яңылыҡтары булып тора. Бөтә конкурста ҡатнашыусылар Тикшереү актын, ҡатнашыусы дипломын һәм балды һатыуға арналған селтәрле компанияларҙың сауҙа-һатып алыу конференцияһына инеү мөмкинлеген аласаҡ.

Бөтә теләүселәрҙе лә ҡатнашырға саҡыралар. Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн Мәләүез районы хакимиәтенең иҡтисади үҫеш, сәнәғәт, инвестициялар, эшҡыуарлыҡ, туризм һәм ҡулланыусылар баҙары бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Белешмәләр өсөн телефондар: (34764) 3-12-20; 3-08-10.