6 декабрь, Шишәмбе

29 август 2014 йыл, 11:19

Өфөлә велосипед юлын 7,3 миллион һумға йүнәтәсәктәр

автор: Екатерина Соколова

Өфөлә Ҡала мәҙәниәт һарайынан алып Дежнев юл үткәргесенә тиклем участкала велосипед юлын йүнәтәсәктәр. Был маҡсатҡа баш ҡала бюджетынан 7,3 миллион һум бүленгән. Ярашлы электрон аукционды Өфө хакимиәтенең Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы дәүләт һатып алыуҙары порталында урынлаштырған.

Объекттың дөйөм майҙаны 4000 квадрат метр тәшкил итә. Лотҡа техник эш участкала иҫке асфальтты тулыһынса алыуҙы, суйын люктарҙы демонтажлауҙы ҡарай. Әҙерлек эштәренән һуң төҙөүсе юлдарға һәм тротуарҙарға яңы асфальт-бетон түшәйәсәк, тышты яҡтыртыу системаһын йүнәтәсәк һәм яңыртасаҡ, шулай уҡ газон сәсәсәк.

Төҙөүсене эҙләү буйынса электрон аукцион 19 сентябрҙә уҙасаҡ. Велосипед юлын ремонтлау 30 ноябргә тамамланырға тейеш.