7 декабрь, Шаршамбы

29 август 2014 йыл, 9:50

Ҡытай баҡыр корпорацияһы Башҡортостанда тау-мәғдән сәнәғәте ҡалдыҡтарын эшкәртеүҙе яйға һалырға ниәтләнә

автор: Алик Шакиров

Кесе йома, 28 августа, Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында Ҡытай Халыҡ Республикаһының Цзянси провинцияһындағы Баҡыр корпорацияһы директоры урынбаҫары Лю Цзянхао етәкселегендәге делегация менән осрашыу уҙҙы.

Ҡытай делегацияһы сәфәренең маҡсаты – тау-мәғдән сәнәғәте ҡалдыҡтарын комплекслы файҙаланыу, баҡырҙы тәрән эшкәртеү өлкәһендә республика предприятиелары менән хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшереү.

БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыевтың әйтеүе буйынса, Урал аръяғы тау-мәғдән предприятиеларының эшмәкәрлеге – экологик яҡтан иң көсөргәнешле йүнәлештәрҙең береһе. Бөгөн республикала 1 миллиард тоннанан ашыу тау-мәғдән сәнәғәте ҡалдыҡтары йыйылған. Шул уҡ ваҡытта ул йыл һайын 30-40 миллион тонна күләмендә арта.

— Тау-мәғдән сәнәғәте ҡалдыҡтарын максималь эшкәртеү менән ҡыҙыҡһынабыҙ, — тине Илдар Һаҙыев. – Был күрһәткес туранан-тура беҙҙең һыу объекттарының сифатына тәьҫир итә. Ошо ҡалдыҡтар төрөн эшкәртеү проблемаһын уңышлы хәл иткәндә мөһим экологик мәсьәлә лә хәл ителәсәк.

— Тирә-яҡ мөхитте хәүефһеҙ итеү, йәмғиәткә файҙа килтереү – беҙҙең төп бурысыбыҙ, — тине делегация етәксеһе Лю Цзянхао.

Осрашыу һуңында яҡтар ошо тематика буйынса мәғлүмәт менән уртаҡлашырға килеште, тип хәбәр иттеләр БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Цзянси провинцияһының Баҡыр корпорацияһы – тау-мәғдән сеймалын эшкәртеү буйынса иң эре компанияларҙың береһе, ул донъяның 500 эре предприятиеһына инә. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса уның әйләнеше 32 миллиард доллар тәшкил иткән. Һуңғы ун йылда корпорацияның экологияға капитал һалыуҙары 250 мең долларға еткән.