Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Октябрьскийҙа универсаль спорт майҙансығы асылды

Спорт

Кесе йома, 28 августа, 17-се мәктәп, 3-сө балалар спорт мәктәбе уҡыусылары һәм Октябрьский ҡалаһының ошо биҫтәһендә йәшәүсе малайҙар һәм ҡыҙҙар иҫ киткес бүләк алды – улар универсаль спорт майҙансығына эйә булды. Йәйен – ул футбол, волейбол һәм ҙур теннис өсөн майҙансыҡ, ҡышын – хоккей корты.

Спорт майҙансығын асыу тантанаһында Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы Алексей Шмелев, Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Рим Ғиләзетдинов, республика Мәғариф министрлығы вәкилдәре, башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты. Мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, биҫтә халҡына ҡотлау һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итеп, ҡала хакимиәте башлығы, проект республика етәксеһе Рөстәм Хәмитовтың күмәк спортты үҫтереү буйынса инициативалары сиктәрендә тормошҡа ашырылды, тип билдәләне.

Майҙансыҡ урындағы бюджет финаслауы ярҙамында һәм ҡала хәйриә фонды аҡсаларын файҙаланып төҙөлгән. «ДорСтройРемонт» муниципаль унитар предприятиеһы һәм «Октябрьский электр селтәрҙәре» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселәре – универсаль майҙансыҡ төҙөүҙә туранан-тура ҡатнашҡан ойошмалар, уны асыу көнөндә балаларға тағы ла бер бүләк эшләне: футбол һәм волейбол туптарын тапшырҙы.

Майҙансыҡты тантаналы рәүештә асҡандан һуң Октябрьский һәм Туймазы, шулай уҡ күрше Татарстандың Урыссы ҡасабаһы йәш спортсылары тәүге мачты уйнау хоҡуғына эйә булды. Алексей Шмелев һәм Рим Ғиләзетдинов дуҫтарса осрашыуҙы астылар, тип хәбәр иттеләр муниципалитетта.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть