Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы буйында яңы сквер барлыҡҡа килде

Йәмғиәт

Өфөнөң Күпер алды биҫтәһендә «Тулҡын» магазины эргәһендә яңы сквер асылды, тип хәбәр итә ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте. Уны реконструкциялау буйынса эштәр ике йыл дауамында барҙы.

Быйыл скверҙа ҡайын, шыршы ултырттылар. Бынан тыш, туя, зәңгәр шыршы һәм башҡа ағастар уны биҙәй. Төҙөкләндереү буйынса эштәр барышында газон үләне сәселгән, йәшел үҫентеләр ултыртыу өсөн бәләкәй архитектура формалары ҡуйылған.

Скверҙың бөтә өлөштәре лә үҙ-ара йәйәүлеләр йөрөү өсөн асфальт түшәлгән юлдар менән тоташҡан. Ял итеүселәрҙең уңайлыҡтары өсөн сүкелгән биҙәктәр менән яңы эскәмйәләр һәм сүп-сар һауыттары урынлаштырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть