Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда һалым буйынса шикле отчет документтарын күрһәткәндәре өсөн 32 миллион һум штраф иҫәпләп өҫтәлгән

Иҡтисад

Башҡортостан ойошмаларына һәм эшҡыуарҙарына тәүге ярты йыллыҡта һалым буйынса шикле отчет документтарын күрһәткәндәре өсөн 32 миллион һумдан ашыу штраф һәм пенялар, шулай уҡ яңынан иҫәпләп өҫтәлгән һалымдар юлланған, тип хәбәр итә Федераль һалым хеҙмәтенең республика идаралығы мәғлүмәт хеҙмәтенән.

Эшҡыуарҙар тапшырған отчет мәғлүмәттәрен тикшереү һөҙөмтәһендә 183 һалым ҡануниәтен боҙоу осрағы асыҡланған. Ҡайһы бер һалым түләүселәр аңлы рәүештә һалым һалына торған базаны түбәнәйтеп күрһәткән, ә икенселәре, ысынында иһә төшөм алыуҙарына ҡарамаҫтан, отчеттарын «нуль» итеп биргән. Контроль саралар йомғаҡтары буйынса һалым органдары 1,5 миллион һумлыҡ төҙәтелгән декларациялар алған.

Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы мәғлүмәт хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, тигеҙлек һәм һалым йөгөн тигеҙ бүлеү ҡәғиҙәрен боҙоусы, тәү сиратта, намыҫһыҙ һалым түләүселәр был тикшеренеүҙәрҙең төп объекттары булып тора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть