7 декабрь, Шаршамбы

28 август 2014 йыл, 15:59

Ырымбурҙа башҡорт мәҙәниәте байрамы үтте

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостан делегацияһы Ырымбурҙа башҡорт мәҙәниәте байрамында ҡатнашты. Тантана «Ҡарауанһарай» Ырымбур өлкә башҡорттары ҡоролтайы» йәмәғәт хәрәкәтенең 25 йыллығына арналған. Делегация составына БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, БР Милли музейы генераль директоры Ғәли Вәлиулиин һәм башҡа мәҙәниәт һәм фән вәкилдәре инде.

Башҡорт халҡы мәҙәниәтен, йолаларын байрамда Көйөргәҙе районы художество үҙешмәкәрлегенең 60-тан ашыу ҡатнашыусыһы күрһәтте. Шулай уҡ Көйөргәҙе тарих-крайҙы өйрәнеү музейы һәм Кинйә Арыҫланов музейы экспонаттары тәҡдим ителгәйне.

Мәмбәтҡол ауылы фермеры Минйәр Хәйбуллин тимерҙән үҙе эшләгән биҙәкле ҡамыт-дуға һәм ҡылыс менән барыһын да аптыратты. Умартасылар Ермолаевтан Альберт Юлдыбаев һәм Яңы Морапталдан Тәлғәт Буранов бөтә теләүселәрҙе балдан ауыҙ итергә саҡырҙы һәм һаулыҡ өсөн уның файҙаһы тураһында һөйләне.

Яңы Таймаҫ һәм Шабағыштан Илизә Солтангәрәева һәм Розалия Әхйәрова үҙҙәре эшләгән шәлдәрҙе күрһәтте.

Көйөргәҙеләр тәҡдим иткән концерт программаһында «Мираҫ» ҡурайсылар ансамбле, «Йәнтөйәк» халыҡ фольклор ансамбле, «Етегән» халыҡ вокаль ансамбле һәм «Нур» бейеү ансамбле ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр Көйөргәҙе районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегендә.