11 декабрь, Йәкшәмбе

28 август 2014 йыл, 14:51

Республиканың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙылар

автор: Эльмира Сабирова | фото: Андрей Старостин

Республика Йортонда кесе йома, 28 августа, Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Дәүләттең айырма билдәләрен республика һәм ил үҫешенә тос өлөш индергән төбәктең 50-нән ашыу кешеһе алды.

Миҙалдарҙы һәм маҡтаулы исемдәр биреү тураһында таныҡлыҡтарҙы Башҡортостан Президенты Хакимиәте Етәксеһе Сергей Молчанов тапшырҙы.

— Был залда төрлө һөнәр вәкилдәре йыйылған. Шуға ҡарамаҫтан, һеҙҙе күп нәмә бәйләй. Һеҙҙе юғары профессионаллек, эш өсөн бурыс, яуаплылыҡ тойғолары берләштерә,— тип билдәләне Сергей Молчанов. — Һеҙҙең хеҙмәтегеҙгә күрә Башҡортостан Республикаһы бөгөн тотош бер төркөм социаль-иҡтисади үҫеш күрһәткестәре буйынса алдынғылыҡта тора. Беҙ торлаҡ төҙөлөшөндә яҡшы алға киттек, бер-бер артлы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларын урындар менән тәьмин итеү мәсьәләләре хәл ителә. Республика Хөкүмәтенә эш хаҡын күтәреү өлөшөндә аныҡ бурыс ҡуйылған. Беҙҙең яҡшы пландарыбыҙ бик күп, иртәгәһе көнгә ҡыйыу ҡарайбыҙ.

«Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән «Красноусольск» шифаханаһы директоры Фаяз Мәзитов билдәләнде, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Биохимия һәм генетика институтының бүлек мөдире Эльза Хөснөтдинова Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде, БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Владимир Незнановҡа Салауат Юлаев ордены тапшырылды.

«Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы» исеме Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Ағиҙел» республика кинофотоклуб бүлеге мөдире Рәмил Килмәмәтовҡа бирелде.

Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада-джаз оркестрының художество етәксеһе Олег Ҡасимов «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» исеменә эйә булды.

Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһын Өфө ҡала планетарийы директоры Анатолий Денисовҡа тапшырҙылар.