10 декабрь, Шәмбе

28 август 2014 йыл, 12:50

Өфөнөң 13-сө холоҡ төҙәтеү колонияһы заманса бөтә стандарттарға тап килеүсән тип танылған

автор: Екатерина Соколова | фото: автор фотоһы

Өфөнөң 13-сө холоҡ төҙәтеү колонияһы хөкөм ителгәндәрҙе тотоу буйынса заманса бөтә стандарттарға тап килә тип танылған. Бындай һығымтаға Рәсәй Федераль язаны үтәү хеҙмәте директоры урынбаҫары Александр Сапожников шаршамбы, 27 августа, Рәсәй Федераль язаны үтәү хеҙмәтенең территориаль органдары етәкселәре урынбаҫарҙарының бөтә Рәсәй кәңәшмәһе сиктәрендә учреждениены тикшергәс килде.

— Бында тейешле кимәлдә эшләгәндәр, — тип билдәләне эске хеҙмәт генерал-майоры. — Хәҙер беҙгә Рәсәйҙәге бөтә колонияларҙы Өфөнөң 13-сө колонияһындағы кеүек стандарттарға еткерергә кәрәк.

Магазин, ашхана, икмәкхана, мунса-кер йыуыу комплексы, йәшелсә һаҡлау бүлмәһе – Өфө колонияһының бөтә объекттары әлеге ваҡытта ремонтланған һәм заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.

— Был билдәле өлгө, уға етергә тырышырға кәрәк, — тине Александр Сапожников.