10 декабрь, Шәмбе

28 август 2014 йыл, 10:56

Башҡортостан Президенты һайлауҙарында һайлау бюллетендәрен ҡурай сәскәһе биҙәйәсәк

автор: Ғәлиә Нәбиева

«Белая река» нәшриәте шаршамбы, 27 августа, һайлау бюллетендәрен баҫа башланы. Бөтәһе 3 миллион 31 мең бланк әҙерләнәсәк, шул иҫәптән тауыштарҙы техник саралар менән иҫәпләү өсөн дә. Улар 5 сентябрҙә баҫылып бөтәсәк.

— Ваҡытынан алда Башҡортостан Президенты һайлауҙарында бюллетендәрҙең 80 проценты рус телендә һәм 20 проценты – башҡорт һәм татар телдәрендә баҫыла, — тип һөйләне БР Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова. — Милли телдәрҙә һайлау бюллетендәренең иҫәбе территориаль һайлау комиссиялары заказдарына ярашлы билдәләнгән.

Был дөйөм һанға һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплексы (КОИБ) булған участкаларҙа ҡулланыласаҡ һайлау бюллетендәре лә инә. Бындай 178 мең документ эшләнәсәк. Тәүге баҫып сығарыу көнөндә нәшриәт нәҡ тауыштарҙы техник иҫәпләү өсөн һайлау бланктарын әҙерләүгә тотондо. Марина Долматованың әйтеүе буйынса, ғәҙәти йәшниктәрҙә тауыш биреү өсөн һайлау бюллетендәре КОИБ-та ҡулланылғандарҙан айырыла.

Был һайлауҙарҙа ябай бланктарҙың фонында махсус «сетка» бар, ул зәңгәр төҫтән алһыуға, ә һуңынан яңынан зәңгәргә күсә. Быға оҡшаш һүрәт былтыр БР Дәүләт Йыйылышы депутаттарын һайлауҙарҙа бланктар эшләгәндә ҡулланылды. Әммә сетканың үҙенең графикаһы бөтөнләй башҡа. Бланктың уртаһы буйлап стилләштерелгән ҡурай сәскәһе төшөрөлгән.

Һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплексы өсөн бюллетень әҙерәк икенсерәк. Уның өсөн рамканың булыуы мотлаҡ, ул һайлауҙар кимәленең төрөн сканер аша үткәрәсәк, был осраҡта – ул республика һайлауҙары. Биттәрҙә квадраттар бик аныҡ урынлашҡан. Бланктар квадрат мисәт менән раҫлана. Был бюллетень шулай уҡ яҡланған. Уның артҡы яғында махсус «сетка» урынлашҡан. Бөтә бюллетендәр ҙә А4 форматында баҫыласаҡ.

Нәшриәт өсөнсө йыл рәттән төрлө кимәлдәге һайлауҙар өсөн бюллетендәр етештерә. Быйыл «Белая река» ойоштороу эшенә ҙур иғтибар бүлә.