3 декабрь, Шәмбе

28 август 2014 йыл, 9:51

Рөстәм Хәмитов мәғариф системаһының яңы уҡыу йылына әҙерлек мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты

автор: ИА «Башинформ»

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй мәғариф системаһының 2014-2015 уҡыу йылына әҙерлек мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты. Сараны видеоконференция режимында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев үткәрҙе.

Кәңәшмәлә вице-премьер Ольга Голодец, РФ мәғариф һәм фән министры Дмитрий Ливанов, РФ граждандар обороноһы, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм стихиялы ҡаза эҙемтәләрен бөтөрөү эштәре буйынса министры Владимир Пучков, эске эштәр министры Владимир Колокольцев, ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһен күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәт етәксеһе Анна Попова, Рәсәй төбәктәре етәкселәре ҡатнашты.

1 сентябрҙә уҡыусылар өсөн үҙ ишектәрен Рәсәйҙең 43 мең мәктәбе асасаҡ.

— Мәктәптәрҙә әҙерлек эштәре тамамлана, аҙ ғына ваҡыт ҡалды. Дүшәмбе 1,5 миллиондан ашыу бала беренсе класҡа барасаҡ, ә парта артына бөтәһе 14 миллион уҡыусы ултырасаҡ. Беҙҙең барыбыҙҙың да – территория етәкселәренең дә, федераль кимәл етәкселәренең дә – уҡыуҙы ҡыҙыҡлы, уңайлы, ә иң мөһиме хәүефһеҙ итергә хәленән килә тип ышанам, – тип билдәләне Дмитрий Медведев.

Кәңәшмәлә биш йыл эсендә авария хәлендәге мәктәптәрҙең һаны ике тапҡырға тиерлек кәмеүе билдәләнде. Уҡыу йылына файҙаланыуға 55 яңы мәктәп тапшырылған. Шуның менән бергә Хөкүмәт Рәйесе, бер нисә Рәсәй төбәгендә мәктәптәр етмәү мәсьәләһе элеккесә көнүҙәк булып ҡала, тип хәбәр итте.

— Әгәр балалар баҡсалары менән сағыштырғанда, бында үҫеш, әлбиттә, ҙур түгел. Мәсьәлә ҡатмарлы. Төбәктәр хәҙер бөтә көстәрен һәм сараларын балалар баҡсалары төҙөүгә йүнәлтә, был аңлашыла, әммә шул уҡ ваҡытта мәктәптәр тураһында ла уйларға кәрәк, — тип белдерҙе Дмитрий Медведев.

Шуның менән бәйле Хөкүмәт Рәйесе Рәсәй субъекттары етәкселәренең иғтибарын ошо мәсьәләгә йүнәлтте.

— Киләсәктә беҙгә, күрәһең, балалар баҡсалары буйынса программаны тамамлағандан һуң, мәктәптәр буйынса айырым программа әҙерләргә тура киләсәк, — тине Дмитрий Медведев.

Хөкүмәт Рәйесе мәғариф һәм фән министры Дмитрий Ливановҡа уҡыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн Рәсәйҙең бөтә мәктәптәрендә лә видеокамералар менән йыһазланыуын күҙ уңында тоторға ҡушты.

— Именлек – ул мәғариф системаһы өсөн дә өҫтөнлөк, — тине Дмитрий Медведев.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың мәғариф системаһы күрһәткестәр барлығы буйынса илдә дүртенсе урынды биләй. Бөтәһе бергә 3,5 меңдән ашыу мәғариф учреждениеһы эшләй, уларҙа 882 мең кеше уҡый, 40 мең уҡытыусы белем бирә.

2014 йылда Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә Башҡортостанда 1369 урынлыҡ яңы өс мәктәп, алдағы ике йылда 5358 урынлыҡ тағы ла етәү төҙөү күҙаллана. Быйыл 471 мәктәптә капиталь, 924-ендә ағымдағы ремонт эшләнгән. Был маҡсатҡа 892 миллион һум бүленгән.

темалар: бр президенты