4 декабрь, Йәкшәмбе

27 август 2014 йыл, 17:36

Бүздәк районы хужалығында бойҙай уңышы иң юғары

автор: Әлим Фәйезов

«Башкирагроинвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Бүздәк бүлексәһе игенселәре ураҡ эшенең иң ҡыҙыу мәленә еткән – 27 авгусҡа иген культуралары бында 3000 гектарҙан йыйылған, йәғни бөтә майҙандың 65 проценты, 84344 центнер иген һуғылған.

Был хужалыҡта Бүздәк районында иген культураларының иң юғары уңдырышлылығы – гектарынан 28 центнер. Яҙғы культураларҙың уңдырышлылығы уртаса гектарынан 31,5 центнер тәшкил итә, ә Түреш бригадаһының йөҙ гектарлыҡ баҫыуында ул гектарынан 43 центнер сыға.

— Бөгөн юғары уңыш алған был баҫыуҙарҙа былтыр шәкәр сөгөлдөрө сәселгәйне. Улар яҡшы минераль ашламалар миҡдарын алған. Йәй дауамында бында сәсеүҙәр шулай уҡ күп тапҡыр ҡоротҡостарҙан һәм иген культураларының ауырыуҙарынан эшкәртелде, — тип һөйләне хужалыҡтың баш агрономы Ратмир Вәлиев. — Беҙ йыл һайын яҙғы бойҙайҙың «Омская-35», арпаның «Омская-95» элита орлоҡтарын сәсәбеҙ, тейешенсә, ул культураларҙың уңдырышлылығында сағылыш таба. Быйыл башҡа иген культуралары ла уңды. 300 гектар майҙанда үҫкән һоло тулыһынса урып алынды, гектарынан 32 центнерҙан ашыу уңыш бирҙе. Тағы ла юғарыраҡ арпаның уңдырышлылығы көтөлә, ул 950 гектарҙы биләй.

Хужалыҡта иген культураларының дөйөм майҙаны – 4573 гектар. Ураҡ эшенә 11 берәмек ACROS-580 иген урыу комбайны йәлеп ителгән. Иң ҡулайлы ваҡытта 1223 гектарҙа ужым арышы сәселгән. Бер үк ваҡытта киләһе йылға шәкәр сөгөлдөрөн сәсеүгә тупраҡ әҙерләнә, уны 2727 гектарҙа урынлаштырыу күҙаллана, тип хәбәр итте «Бүздәк яңылыҡтары» гәзите редакцияһы хеҙмәткәре Альфред Булатов.