9 декабрь, Йома

27 август 2014 йыл, 16:40

Белем көнөндә Өфөнөң етем балалары өсөн байрам ойоштороласаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Етем һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған балалар өсөн Белем көнөнә арналған байрам 1 сентябрҙә 15 сәғәттә Өфөнөң «Планета» сауҙа-күңел асыу үҙәгендә үтәсәк.

— Был сара Өфөнөң Опека һәм попечителлек буйынса идаралығы ойошторған «Беренсе тапҡыр беренсе класҡа. Етем балаларға ярҙам ит» хәйриә акцияһының һуңғы сараһы булып тора, — тип аңлатты ведомствоның мәғлүмәт бүлеге начальнигы Айгөл Чишкова. — Ул ҡала хакимиәте башлығы яҡлауы аҫтында дүртенсе йыл рәттән уҙғарыла.

Байрамға 100 беренсе синыф уҡыусыһы – Өфөнөң интернат учреждениеларында тәрбиәләнеүселәр, тәрбиәгә һәм опекунға алынған ғаиләләрҙән балалар, шулай уҡ уларҙың опекундары һәм тәрбиәселәре саҡырылған. Күңел асыу программаһы, бүләктәр тапшырыу һәм анимацион фильм күрһәтеү ҡаралған.

2014 йылда «Планета» сауҙа-күңел асыу үҙәге, «Киномакс» кинотеатрҙар селтәре, Өфө аквапаркы, «Мәскәү банкы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Өфө филиалы, Башҡортостан Республикаһының Башҡортостан «Китап» нәшриәте дәүләт унитар предприятиеһы, «АвтоТехСервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте («Субару» автосалоны), «Уфабумторг» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең «Офис-класс» канцелярия супермаркеттары селтәре акцияның социаль уҙаҡташтары булып тора.