11 декабрь, Йәкшәмбе

27 август 2014 йыл, 15:57

Өфөлә 1 сентябрҙә парта артына имамдар ултырасаҡ

автор: Арина Рәхимҡолова

Өфөлә 1 сентябрҙә Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университетында Волга буйы федераль округы имамдарының квалификацияһын күтәреү буйынса курстар асыласаҡ. Бының тураһында Ҡазанда мосолман дин әһелдәренең квалификацияһын күтәреүгә округ үҙәктәренең эшмәкәрлеген ойоштороу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә барышында хәбәр иттеләр. Уны Волга буйы федераль округында РФ Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиленең ярҙамсыһы Валерий Савин үткәрҙе. Ултырышта ислам юғары уҡыу йорттары ректорҙары, Башҡортостан һәм Татарстандың Мосолмандар диниә назараттары вәкилдәре ҡатнашты.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2013 йылда Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич менән осрашыу барышында мосолмандарҙың дини лидерҙары округ имамдары өсөн курстар ойоштороу тураһында тәҡдим индерҙе. 2013 йылдың октябрендә Өфөлә һәм Ҡазанда РФ Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле булышлығында округта ике мосолман дин әһелдәренең квалификацияһын күтәреү үҙәге асылды. Унда округтың бөтә төбәк имамдарына ла белем алырға була.

Үҙәктәрҙең уҡытыу майҙандары интерактив системалар һәм мультимедиялы белем биреү саралары менән йыһазланған. Белем биреү программаһына донъяуи кеүек теологик фәндәр ҙә инә. Шулай уҡ имамдарҙы мосолман ойошмаларында радикаль ағымдар таралыуға ҡаршылыҡ күрһәтергә уҡыталар. Курстар 72 сәғәткә иҫәпләнгән.

Әлеге ваҡытта Квалификацияны күтәреү үҙәктәрендә 500-ләп имам уҡыған. 2017 йылға тиклем бөтәһе өс меңләп дин әһеле белемен камиллаштырырға тейеш.