Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Sheraton брендлы отель Өфөлә 2015 йылдың 1 апрелендә асыласаҡ

Йәмғиәт

Sheraton брендлы биш йондоҙло отель тәүге ҡунаҡтарын 2015 йылдың 1 апрелендә ҡабул итәсәк. Ҡунаҡхана алда үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттарына Өфөлә төҙөлә. Каркасты бетонлау тамамланған, эске инженер эштәре бара, бүлмәләр бүленә, бинаның ал яғында эштәр башланған, тип хәбәр иттеләр отель хужалары.

180 бүлмә тәҡдим итәсәк ҡунаҡхананың майҙаны – 19 мең квадрат метрҙан ашыу. Шулай уҡ унда фитнес, конференция залдары, ике ресторан һәм үҙҙәренең һыра ҡайнатыу бүлмәһе урынлашасаҡ. Был эре ҡунаҡхана проектын тормошҡа ашырыу Башҡортостандың баш ҡалаһына үҙенең хәрәкәтсән үҫешеүсе эш үҙәге исемен нығытырға мөмкинлек бирәсәк.

Отелдең милексеһе – «Гранель-Недвижимость» компанияһы – Брюсселдә Starwood ҡунаҡханалар операторы менән 20 йылға отель менән идара итеүгә килешеү төҙөгән, сөнки сит ил ҡунаҡтарының ағымы үҫкән Рәсәйҙең иң сәнәғәт үҙәктәренең береһендә биш йондоҙло ҡунаҡхана менән идара итеү бик етди эш булып тора.

Starwood компанияһы Sheraton брендына эйә, тимәк стратегик уҙаҡташлыҡ тулыһынса отошло. Яҡын пландарҙа – быға оҡшаш бер нисә отелде Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында асыу.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть