9 декабрь, Йома

27 август 2014 йыл, 12:54

Баймаҡ районы халҡы муниципалитеттың яңы символикаһын һайлай

автор: Арина Рәхимҡолова

Баймаҡ районында яңы герб менән флаг проекттары әҙерләнгән. Әлеге ваҡытта улар тауыш биреү өсөн район хакимиәте сайтында урынлаштырылған. Һорау алыу мәғлүмәттәре буйынса, тауыш биргәндәрҙең яртыһынан күберәге (57 проценты) мәҡәлә сығыу осорона яңы герб проектын хуплай, ә бына флаг проектын һорау алғандарҙың тик 28,5 проценты ғына хуплаған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, муниципалитеттың герб һәм флаг проекттарына конкурс бер ай элек иғлан ителгәйне. Аттың һыны ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра ине. Граждандарҙың фекере буйынса, хайуан ғәҙәти булмаған торошта һынландырылған.

Быға тиклемге герб менән флаг 2006 йылда раҫланған. Флаг өс горизонталь һыҙаттан: һары, йәшел ҡыҙыл төҫтәрҙән тора. Йәшел һыҙат уртаһында башын артҡа борған аҡ ат, уның ялы, ҡойроғо һәм күҙҙәре һары төҫтә төшөрөлгән. Был ат район гербында ла бар, унда шулай уҡ һары, йәшел һәм ҡыҙыл төҫтәр ҡулланылған.

Яңы символика проекттарына ҡарата үҙ фекереңде район хакимиәтенең рәсми сайтында белдерергә йәки (34751) 2-12-76 телефондары буйынса конкурс комиссияһына мөрәжәғәт итергә мөмкин.