Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

«Башинформ» 2014 йылдың II кварталына Башҡортостан медиаресурстары рейтингында беренселектә

Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2014 йылдың II кварталына Башҡортостан медиаресурстары рейтингын әҙерләгән. Медиарейтингтың лидеры – «Башинформ» агентлығы, тип хәбәр итә проекттың рәсми порталы.

Алдынғылар рәтенә Proufu.ru һәм «Комсомольская правда — Өфө» интернет-ресурстары ингән. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығынан цитата килтереү индексы икенсе квартал йомғаҡтары буйынса 174,60 тәшкил итә. Proufu.ru сайтының был күрһәткесе — 73,06, «Комсомольская правда — Өфө»нөң — 64,77.

Иң цитаталар килтерелгән Топ-10-ға шулай уҡ Башҡортостан юлдаш телевидениеһы сайты, UfaTime.ru, MKset.ru, «Стәрлеград» мәғлүмәт агентлығы һәм FilterNews.ru ингән. Рейтингтың тәүге унлығында ике яңы интернет-ресурс — «Коммерсантъ — Башҡортостан», ул бишенсе урынды биләй һәм «Истоки» гәзитенең сайты – етенсе урында.

Рейтингҡа Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары ингән, махсуслаштырылған киң мәғлүмәт саралары иҫәп-хисапта иҫәпкә алынмаған. Рейтинг «Медиалогия» системаһының киң мәғлүмәт саралары базаһы нигеҙендә ҡоролған, ул үҙ эсенә 19200 самаһы сығанаҡты: телевидение, радио, гәзит, журналдар, мәғлүмәти агентлыҡтар, интернет киң мәғлүмәт сараларын ала. Тикшеренеү 2014 йылдың 1 апреленән алып 30 июненә тиклем уҙғарылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть