Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Төбәктә мал аҙығы культуралары 87 процент майҙанда сабылған

Иҡтисад

Башҡортостанда мал аҙығы культуралары 880 мең гектар майҙанда сабылған, ул пландың 87 процентын тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Шул уҡ ваҡытта Архангель, Баймаҡ, Белорет һәм Нуриман райондары сабыу эштәрен тамамлаған.

Әлеге ваҡытта республикала 728 мең тонна бесән (пландың 99,7 проценты), 1,8 миллион тонна сенаж (84 процент), 183 мең тонна силос (10 процент) әҙерләнгән.

Уртаса республика буйынса һәр шартлы мал башына 19,1 центнер мал аҙығы берәмеге әҙерләнгән, ул былтырғы ошо уҡ ваҡыттағы күрһәткестәрҙән 1,6 центнерға күберәк. Һәр шартлы мал башына 25-30 центнер мал аҙығы берәмеге Архангель, Благовещен, Краснокама, Мәсетле, Нуриман, Хәйбулла һәм Яңауыл райондарында тупланған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть