6 декабрь, Шишәмбе

27 август 2014 йыл, 9:43

Рөстәм Хәмитов: «Әхлаҡи тәрбиә нигеҙҙәре миллиардтар талап итмәй»

автор: ИА «Башинформ»

26 августа, Ҡала мәҙәниәт һарайында уҙған, Өфө мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһендә Рөстәм Хәмитов мәғариф системаһында төп бурыстарҙың береһе тип үҫеп килгән быуынды әхлаҡи яҡтан тәрбиәләүҙе билдәләне.

— Милләттең тәрбиәһе, әхлаҡи нормаларҙы тәрбиәләү, әхлаҡи белем биреү мәғариф системаһында ҙур аҡсаларҙы талап итмәй, – тине Рөстәм Хәмитов. – Һеҙ компьютерҙар, эш хаҡы һәм башҡа нәмәләр тураһында әйтә алаһығыҙ, әммә әхлаҡи тәрбиә нигеҙҙәре миллиардтар талап итмәй, улар күңел биреп эшләүҙе, һеҙҙең ҡулдарығыҙҙа – илдең иң мөһим байлығы – уның граждандары булыуын аңлауҙы талап итә. Нефть тә, газ да, урмандар ҙа, металл да байлыҡтың төп үлсәме булып тормай, ә тик кешеләр генә. Һеҙ – ошо кешеләрҙе тәрбиәләүселәр.

Республика етәксеһе, залда ултырған педагогтарҙың күбеһе тәртипле һәм әҡлаҡи яҡтан өлгөргән кешеләрҙе тәрбиәләү бурысын уңышлы атҡара, тип билдәләне. Рөстәм Хәмитов уларға шуның өсөн рәхмәт әйтте һәм Өфөнөң иң яҡшы уҡытыусыларына дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Бүләкләнгәндәрҙең исемлеге Башҡортостан Президентының рәсми сайтында баҫылған.

темалар: мәғариф