5 декабрь, Дүшәмбе

26 август 2014 йыл, 17:42

Күмертауҙа етем балалар фатирлы булды

автор: Арина Рәхимҡолова

Күмертауҙа етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өй туйлай. Фатир асҡыстарын бөтәһе 18 кеше алды. Йорт торлаҡ менән тәьмин итеү республика маҡсатлы программа буйынса төҙөлгән. Уны асыуҙа, Күмертауға эш сәфәре менән барған, Башҡортостандың Бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Милана Скоробогатова ҡатнашты.

Сәфәр барышында балалар омбудсмены Украина территорияһынан килгән өлкәндәр һәм балалар өсөн ойошторолған ваҡытлыса йәшәп тороу пунктарының эше менән танышты. Ул балалар менән аралашты, кешеләрҙе борсоған һорауҙарға яуап бирҙе. Атап әйткәндә, ата-әсәләргә һәм балаларҙың законлы вәкилдәренә белем алыу һәм медицина ярҙамын күрһәтеү мәсьәләләре буйынса аңлатмалар бирелде.

Эш сәфәренең аҙағында Милана Скоробогатова 3-сө урта мәктәптә булды. Унда «Газпром — балаларға!» Бөтә Рәсәй социаль акцияһы сиктәрендә шәфҡәтлек иғәнәләре иҫәбенә төҙөлгән күп функциялы спорт майҙансығын тантаналы рәүештә асыу уҙҙы.