Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Ринат Камалдың «Кеше драмаhы» - ул илебеҙҙең тарихы

Мәҙәниәт

Билдәле башҡорт яҙыусыһы-прозаик, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Ринат Камалдың 60 йәшлек юбилейына «Китап» нәшриәтендә уның «Кеше драмаhы» тигән яңы китабы донъя күрҙе.

Йыйынтыҡҡа Ҡотлояр-Бәхтиәр серияһынан «Талаҡ!», «Шаңдау», «Беләҙекүл» социаль-көнкүреш һәм психологик романдар ингән. Ул Мәғҙән ауылы халҡының – ХХ  быуаттың уртаһында туғанлашҡан Ҡотлояров һәм Бәхтийәров династияларының ҡайғылы һәм ғибрәтле тарихы. Был ауыл халҡының яҙмышында бөтә ил тарихы сағылыш тапҡан, уларҙан революционерҙар һәм расколсылар, уҡытыусылар һәм аҙып-туҙып йөрөүселәр, игенселәр һәм ауыл ҡулланыусылар кооперацияһы хеҙмәтсәндәре сыҡҡан. Дөйөм алғанда Ҡотлоярҙарҙың һәм Бәхтиәрҙәрҙең тормош тарихы – ул Ватаныбыҙҙың тарихы, ул кешеләрҙең ҙур драмаһы. Автор үҙе билдәләүенсә, был серия өҫтөндә эш әле тамамланмаған, һәм киләсәктә ул үҙенең уҡыусыларын Ҡотлояров һәм Бәхтиәров тарихының дауамы менән ҡыуандырасаҡ.

Китап башҡорт телендә баҫылған, уны «Китап» нәшриәтенең фирма магазиндарында һатып алырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть