8 декабрь, Кесе йома

26 август 2014 йыл, 14:54

БДУ-ла ШОС һәм БРИКС саммиттарында ҡатнашыусы илдәрҙең студенттары менән спорт форумын үткәреү мөмкинлеген тикшерҙеләр

автор: Эльмира Сабирова

Башҡорт дәүләт университетында эш сәфәре менән «Команда 2018» федераль программа етәксеһе Дмитрий Герцен булды. Башҡорт дәүләт университеты ректоры Николай Морозкин менән эш буйынса һөйләшеүҙәр барышында университетта ШОС һәм БРИКС саммиттарында ҡатнашыусы илдәрҙең студенттары менән спорт форумын үткәреү мөмкинлеге тикшерелде. Юғары уҡыу йортонда бындай спорт саралары илдә һәм республикала спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыуға өндәй, юғары ҡаҙаныштағы спортты үҫтереүгә тәьҫир итә тигән фекерҙәләр.

Шулай уҡ осрашыу барышында студенттар спорты өлкәһендә йәштәр сәйәсәтен үҫтереү стратегияһына ҡағылған мәсьәләләр ҡаралды.

Үрҙә әйтелгән темаларға фекер алышыуҙа уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор Юлай Янбаев, тәрбиә эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы Светлана Парфенова һәм Башҡорт дәүләт университетында белем алыусыларҙың берләштерелгән советы вәкилдәре ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгенән.

Белешмә. «Команда 2018» — Рәсәй Федерацияһы йәштәре араһында спорт индустрияһы өлкәһендә спортсыларҙы, проект авторҙарын һәм ойоштороусыларын эҙләүгә һәм уларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән программа.