Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

23 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Китап» нәшриәте Башҡортостандың ауыл халҡына яңы китаптар тәҡдим итәсәк

Мәҙәниәт

3 сентябрҙән алып 7-нә тиклем Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте Әбйәлил, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр һәм Баймаҡ райондарында булырға планлаштыра. Нәшриәттән хәбәр итеүҙәренсә, китап продукцияларының киңәйтелгән күргәҙмә-сауҙаһы менән автойөрөш Мәҙәниәт йылы һәм «Китап»тың 95 йыллыҡ юбилейына әҙерлек сиктәрендә уҙасаҡ. Уҡыусыларға яңы китаптар: «Бөйөк Салауат» башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юалевтың 260 йыллығына арналған йыйынтыҡ; башҡорттарҙың ауыҙ-тел ижадының үҙенсәлекле ҡомартҡыһы «Урал батыр» эпосы (башҡорт, рус, инглиз һәм француз телдәрендә); «Башҡортостан Беренсе донъя һуғышы йылдарында. 1914-1918» ғилми баҫма; республиканың күренекле яҙыусылары һәм шағирҙарының әҫәрҙәр йыйынтығы; балалар өсөн сағыу китаптар; рәсемдәргә бай фотоальбомдар; мосолман, өҙмәле, мәктәп календарҙары; Ҡөръән, уҡытыу-методик баҫмалар тәҡдим ителәсәк. Уҡыусыларҙы башҡорт яҙыусыһы, «Халҡыбыҙ изгеләре» китабы авторы Лира Яҡшыбаева менән осрашыу көтә.

Сараларҙы уҙғарыу ваҡыты һәм урыны тураһында республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарының урындағы гәзиттәренән уҡып белергә була.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть