7 декабрь, Шаршамбы

26 август 2014 йыл, 12:27

Өфөнөң Октябрь районын Александр Сопин етәкләне

автор: Екатерина Соколова

Өфөнөң Октябрь районы хакимиәтенең яңы башлығы итеп, әлегә тиклем ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығында етәкселек иткән, Александр Сопин тәғәйенләнде. Ул был вазифала, Өфөнөң беренсе вице-мэры булып киткән, Салауат Хөсәйеновты алмаштырҙы.

Александр Сопин 1960 йылдың 9 июнендә тыуған. Ульяновск юғары гвардия танк команда училищеһын һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Граждандарҙы яҡлау академияһын тамамлаған. «Хәрби хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән һәм «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған экологы» тигән маҡтаулы исемгә эйә.