6 декабрь, Шишәмбе

26 август 2014 йыл, 11:45

Салауат Хөсәйенов Өфөнөң беренсе вице-мэры булды

автор: Екатерина Соколова

Өфөнөң Октябрь районының элекке башлығы Салауат Хөсәйенов баш ҡаланың беренсе вице-мэры булды. Ул хаҡлы ялға сыҡҡан Владимир Дмитрюкты алмаштырҙы.

Салауат Хөсәйенов 1964 йылдың 10 мартында Башҡортостанда Миәкә районының Елдәр ауылында тыуған. Инженер-механик һөнәре буйынса Мәскәү технологик институтының Өфө филиалын тамамлаған. 2011 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында «Муниципаль берәмектәрҙә кризисҡа ҡаршы идара итеү» программаһы буйынса белемен камиллаштырған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Миәкә районы колхозында инженер-механик вазифаһында башлай. Өфөлә ҡаланың торлаҡ-файҙаланыу идаралыҡтарында, «Өфөгаз» участкаларында, район хакимиәттәрендә эшләй. 2013 йылдың 29 ғинуарынан алып Салауат Хөсәйенов Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте менән етәкселек итә.