Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов түрәләрҙе «Мөмкинселектәре менән сикләнмәгән» фильмын ҡарарға йыйҙы

Йәмғиәт

Башҡортостан Президенты Хакимиәтендә, «Йәй» инициатива төркөмө тарафынан төшөрөлгән, «Мөмкинселектәре менән сикләнмәгән» тигән документаль фильмдың презентацияһы уҙҙы. Киноны ҡарарға Рөстәм Хәмитов БР Хөкүмәте ағзаларын, урындағы хакимиәт башлыҡтарын, депутаттарҙы, йәмәғәт эшмәкәрҙәрен саҡырҙы, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Фильм Өфөлә йәшәүсе, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында бәйән итә. Уның геройҙары – Эльза Янабаева, Земфира Сөләймәнова, Константин Ғәлиәхмәтов һәм Ислам Баротов. Үҙҙәренең ауырыуҙарына ҡарамаҫтан, йәштәр белем ала, төрлө спорт төрҙәре менән уңышлы шөғөлләнә, улар әүҙем социаль тормошҡа йәлеп ителгән.

Проект авторҙарының әйтеүе буйынса, «улар мөмкинселектәре сикләнгән кешеләрҙең тормошо, уларҙың рух көсө, йәшәргә теләктәре, уңышлы һәм бәхетле була белеүҙәре тураһында һөйләргә тырышты».

Картинаның бюджеты – 320 мең һум, аҡса бағыусылар тарафынан йыйылған.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Мөмкинселектәре менән сикләнмәгән» тигән фильм шәмбе, 30 августа, эфирға сығасаҡ.Ул киске сәғәт туғыҙҙа башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть