8 декабрь, Кесе йома

26 август 2014 йыл, 9:55

«Һөт иле» фестивалендә үҙ продукцияһын республиканың алдынғы 27 һөт етештереүсеһе тәҡдим итәсәк

автор: Илья Спиридонов | фото: Андрей Старостин

Өфөлө 30 августа үтәсәк, «Һөт иле» бөтә Рәсәй фестивалендә үҙ продукцияһын республиканың алдынғы 27 һөт һәм һөт аҙыҡтарын етештереүсеһе тәҡдим итәсәк. Бының хаҡта БР ауыл хужалығы министры Николай Коваленко, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында уҙған, алдағы фестивалгә арналған матбуғат конференцияһында хәбәр итте.

— Иң мөһим күренеш – етештереүселәрҙең туранан-тура ҡулланыусылар, Өфө халҡы менән аралашыуы. Был бик мөһим, сөнки бөтә предприятиелар ҙа сауҙа селтәрҙәрендә күрһәтелмәгән. Мәҫәлән, Яңауыл һөт заводы бынан элекке йәрминкәләрҙән һуң популярлыҡ яуланы, ә уның продукцияһы магазиндарҙа килеп сыҡты, — тип һөйләне министр.

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Азат Фазлыев билдәләүенсә, быйыл фестиваль Европа карнавалы рәүешендә уҙасаҡ. Төрлө майҙансыҡтар өфөләргә күңелдәренә хуш килгән күңел асыу сараһын тәҡдим итәсәк, ә байрамды ойоштороуға Өфөнән һәм күрше төбәктәрҙән алдынғы режиссерҙар һәм артистар йәлеп ителгән.

Фестиваль сиктәрендә Төп һөтсөнөң министрлығы эшләйәсәк, сараға килеүселәр сәләмләү һөтөн эсә һәм Һөт иле гражданы паспортын рәсмиләштерә аласаҡ.

Ғәҙәттәге һөт йәрминкәһендә өфөләр һәм ҡала ҡунаҡтары һөт һәм һөт ризыҡтарынан ауыҙ итә һәм тауарҙарға өҫтәлгән хаҡһыҙ һатып алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.

Николай Коваленконың фекеренсә, һөт фермаһы ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятырға тейеш, унда һөт биргән хайуандар күрһәтеләсәк. Һигеҙ тоҡомло хужалыҡ һыйырҙар, кәзәләр, аттар һәм төрлө тоҡом һарыҡтар килтерәсәк, ә ҡунаҡтар уларҙы нисек һауғандарын ҡарай һәм яңы һауылған һөттән ауыҙ итә аласаҡ.

Ҡарарға килеүселәрҙең бәләкәйҙәре өсөн аттракциондар һәм ижади оҫталыҡ кластары менән балалар майҙансығы ҡаралған. Байрам ҡунаҡтары шулай уҡ һөт кәсептәре урамында буласаҡ, ә йәштәр Kefir Fest спорт ярыштары сиктәрендә көс һынаша аласаҡ.

Фестивалдең концерт программаһында Өфөнөң билдәле артистары һәм Мәскәүҙән, күрше төбәктәрҙән ижади коллективтар ҡатнашасаҡ.

«Союзмолоко» Һөт етештереүселәрҙең милли союзы идараһы рәйесе Андрей Даниленко, «Һөт иле» фестивале – ул һөткә арналған донъялағы иң эре сара, тип билдәләне.

— Бындай кимәлдәге һәм ҙурлыҡтағы сара донъяла бер ҡайҙа ла уҙғарылмай. Өфө – ул һөттөң һәм һөт тармағының баш ҡалаһы тип шикләнмәйенсә әйтергә мөмкин, — тип айырып әйтте Андрей Даниленко.