7 декабрь, Шаршамбы

26 август 2014 йыл, 10:32

Башҡортостандың иң яҡшы умартасылары билдәле булды

автор: Илья Спиридонов

Башҡортостанда умартасыларҙың XIV республика конкурсына йомғаҡ яһалды, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Сара Ғафури районында уҙҙы. Быйыл һөнәри ярышта 44 райондан 55 кеше ҡатнашты.

Конкурс программаһы дүрт этаптан торҙо: теоретик белемде һәм практик оҫталыҡты тикшереү, умартасылар тәҡдим иткән яңы эштәрҙе һәм бал өлгөләренең сифатын баһалау.

Һөҙөмтәлә Ауырғазы районынан Семен Иванов конкурс еңеүсеһе тип танылды. Икенсе урынды Николай Осташов (Өфө районы), өсөнсөнө Ринат Шаһбалов (Әбйәлил районы) яуланы.

Өлкәндәргә тәғәйенләнгән ярыштар менән бер уҡ ваҡытта балаларҙыҡы ла уҙҙы, унда 37 райондан 40-тан ашыу уҡыусы ҡатнашты. Уҡыусыларға тәҡдим ителгән теоретик һәм практик эштәр ауырлығы буйынса тәжрибәле белгестәргә бирелгәненән бер нимәһе менән дә айырылманы.

«Йәш умартасы» VIII республика конкурсының еңеүсеһе – Ғафури районынан Азамат Исхаков, 9-сы синыф уҡыусыһы. Икенсе урында – 8-се синыф уҡыусыһы Тимур Баландин (Мәләүез), өсөнсөлә – 9-сы синыф уҡыусыһы Алмаз Хәйретдинов (Архангель районы).

Бөтә еңеүселәр һәм призерҙар дипломдар, ҡиммәтле бүләктәр һәм аҡсалата приздар менән бүләкләнде. Бынан тыш, йәш умартасылар «Иҫ киткес дөйәғош» фермер хужалығында булды.

Умартасылар араһында һөнәри конкурстар 1998 йылдан алып уҙғарыла. Ойоштороусыларҙың әйтеүе буйынса, уларҙың төп маҡсаты – тәжрибә уртаҡлашыу, алдынғы ысулдарҙы һәм хеҙмәт алымдарын, шулай уҡ был өлкәлә прогрессив технологияларҙы индереү.

Ҡорт ғаиләһенең иҫәбе һәм тауарлы бал етештереү буйынса Башҡортостан 2003 йылдан алып Рәсәйҙә беренсе урынды биләй.